+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
27 Март 2020, 14:53

Велоағас күргәнегеҙ бармы?

Был үҫкән ағасҡа ҡушылған велосипед Вашингтон штатының Вашан утрауында туристарҙың яратҡан урынына әүерелгән.

Уның тураһында шундай тарих бар: 1914 йылда бер егет һуғышҡа киткәндә велосипедын ошонда сылбыр менән беркетеп киткән. йәш һалдат әйләнеп ҡайтмаған, ә велосипедҡа ағасҡа ҡушылып үҫергә тура килгән.
Әммә икенсе бер сығанаҡ бының дөрөҫлөккә тап килмәүе тураһында һөйләй. Велосипед Дон Паз исемле малайҙыҡы булған икән. Ул 1956 йылда тыуған. 1964 йылда, атаһын янғында юғалтҡас, был тимер атты күршеләре бүләк иткән булған. Ләкин малайға ул оҡшамаған, бер уйнағанында ҡайҙалыр онотоп ҡалдырған. Ә күп йылдар үткәс, 1995 йылда тыуған яғына ҡайтҡанда Дон үҙенең бала сағындағы велосипедын таныған.
Читайте нас: