1995 – 1999 йылдарҙа төҙөлгән Эрессун күпере тураһында һүҙ бара. Ишеткәнегеҙ барҙыр әле. Эрессун – Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәрҙе тоташтырған боғаҙ. Ана шунда Данияның Копенгаген һәм Швецияның Мальмё ҡалаларын тоташтырыусы күпер-тоннель төҙөгәндәр. Ул – Европалағы иң оҙон ошондай юл. Эресун күперенең һыу өҫтөндә оҙонлоғо – 7 мең 845 метр, һыу аҫты юлы 4 мең 50 метрға һуҙыла. Киңлеге – 23,5 метр, бейеклеге – 57 метр. Бында ике поезд юлы һәм дүрт автомобиль юлы үтә.