-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
30 Апрель 2020, 19:00

Капилано күпере

Канадалағы Капилано йылғаһы өҫтөнән һалынған аҫмалы күпер йыл һайын 800-әр мең туристы йәлеп итә.

1889 йылда уҡ йәйәүлеләр өсөн эшләнгән булған ул, ә 1956 йылда өр-яңынан үҙгәртеп яһағандар. Туристар Ванкувер менән танышыуҙы шунан башлай икән. Йылғанан 70 метр бейеклектә урынлашҡан күперҙең оҙонлоғо 137 метр. Урындағы халыҡтың иҫе китмәһә лә ситтән килгәндәр Капилано аша үтеп, үҙҙәрен һәм күперҙең ныҡлығын һынап ҡарарға бик ярата. 70 метр бейеклектән аҫҡа ҡарауың ғына ни тора?! Тән сымырҙап, тын алыуы ауырлашып китәлер инде. Адреналин!
Читайте нас: