+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Декабрь 2020, 17:55

Ни өсөн мандарин Яңы йыл символы?

Сағыу ҡыҙғылт һары төҫтәге мандарин Яңы йыл һәм мөғжизә көтөү тойғоһо менән бәйле. Тап ошо байрам осоронда ылыҫ һәм мандарин еҫе өйҙәргә байрам кәйефе индерә лә инде.

Беҙгә ҡайҙан килеп инде икән был ҡояшлы емеш? Мандариндың тыуған ере - Көньяҡ-Көнсығыш Азия, дөрөҫөрәге - Ҡытай. 1178 йылдың Ҡытай ҡулъяҙмаларының береһендә әфлисун һәм мандариндың 27 иң яҡшы сорты һүрәтләнә. Әйткәндәй, Яңы йыл менән был емештең "дуҫ булыуы" осраҡлы түгел. Йола Ҡытайҙа беҙҙең эраға тиклем 1 меңенсе йылдарҙа барлыҡҡа килә. Бер бай кеше Яңы йылды байрам итергә ҡунаҡҡа килгән. Башҡа бүләктәр менән бергә ике мандарин да алып килгән. Тантананан һуң, ҡайтыр ваҡытта, хужалар ҙа үҙенә лә күстәнәскә ике мандарин бирә. Ул заманда мандарин бик ҡиммәт булған. Сөнки бик һирәк ерҙә генә үҫкән, уны байҙар ғына һатып ала алған. Был йоланың мәғәнәһе: алтын төҫөндәге емеште бүләк итеү - бер-береңә байлыҡ, алдағы йылдың уңышлы килеүен теләү икән.
Фото: u-f.ru cайтынан.
Читайте нас: