+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
19 Ғинуар 2021, 13:09

7 метрлыҡ ҡар бабай

YouTube каналында бер блогер "Ҡар бабай өсөн 100 мең һум" тигән конкурс иғлан иткән.

Бәйге бер нисә йыл рәттән үткәрелә икән. Конкурсҡа ниндәй генә ҡар бабай эшләмәйҙәр:1 миллиметр ҙурлыҡтан башлана. Ә бына Павлодар өлкәһе Луганск ауылынан Сергей һәм Максим Хәйруллиндар 7 метрҙан бейегерәк бик ҙур ҡар бабай яһаған. Уны ай ярым буйы эшләгәндәр. Ауырлығы - 10 тоннанан ашыу, тиҙәр. Хәйруллиндар былтыр 4 метрлыҡ ҡар бабай яһаған булған. Быйыл иһә төп бүләккә дәғүә итәләр.
Читайте нас: