Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
26 Ғинуар 2021, 18:08

Иң ҙур китапхана

Донъялағы иң ҙур китапхана Вашингтонда урынлашҡан. Ул - АҠШ-тың Конгресс китапханаһы.

Уның иҫәбендә 470 телдә 155 миллион дананан ашыу китап бар! Кәштәләренең оҙонлоғо яҡынса 1,5 мең километр тәшкил итә. Был китапханала 36 миллион баҫма китап, 3,5 миллион ҡулдан яһалған китап, 13,7 миллион фотография, 5,5 миллион нота яҙмаһы, 69 миллион ҡулъяҙма барлығы билгеле.
Читайте нас: