+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
4 Февраль 2021, 14:10

Кем етеҙерәк?

Хайуандар араһында Олимпия уйындары үткәрелһә, 200 метрға йүгереүҙә гепард еңеүсе булыр ине. Ҡыҙыу сапҡанда, уның тиҙлеге сәғәтенә 128 километрға етә.

Марафонда ла беренселекте гепард алыр, уның уртаса тиҙлеге – сәғәтенә 70 километр. Бейеклеккә 2,5 метрға һикереп, Африка антилопаһы импала чемпион булыр ине. Оҙонлоҡҡа һикереү рекордын көнгөрә ҡуйыр. Ул ауыр булыуына ҡарамаҫтан (80 килограмм), 8 – 10, хатта 12 метрға һикерә. Һыу хайуандары араһында иң етеҙе – кальмар. Уның тиҙлеген йәшен тиҙлеге менән сағыштырырға була. Зәңгәр кит менән дельфин да унан ҡалышмай.
Читайте нас: