* 15 йәшлек үҫмер электрон һүрәтте алыҫлыҡҡа ебәреү буйынса проект яһаған. Уҡытыусыһы ла уның эшен хуплаған. Һуңыраҡ Фило электрон-нурлы торба уйлап тапҡан. Был буласаҡ телевизорҙың кинескобы булған.
* Парам Джаги исемле 13 йәшлек үҫмер биореактор эшләй. Ул машинанан сыҡҡан зарарлы газдарҙы кислородҡа әүерелдергән. Джаги 2013 йылда әлеге табышына патент та ала.
* Луи Брайль исемле малай 5 йәшенән һуҡыр ҡалған. Бәләкәйҙән һәләтле бала уҡый алмай башлағас, бик борсола. Нисек тә булһа белемен арттырыу өсөн бар көсөн һала. Шуға күрә ул күрмәүселәр өсөн махсус шрифт булдыра – Брайль шрифы.
* 11 йәшлек Женя Салиндер 2012 йылда мамонт түшкәһен табып ала. Ошо табыш ғалимдарға мамонттың да дөйәнеке кеүек үркәсе булғанлығын дәлилләргә мөмкинлек бирә.