+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
7 Март 2021, 18:20

Ни өсөн арыҫлан – “батша”?

Уйлап ҡарағанығыҙ бармы, ни өсөн арыҫланды "хайуандар батшаһы" тип йөрөтәләр.

Ә ысынбарлыҡта, ул донъялағы иң ҙур йәнлек тә, етеҙе лә, аҡыллыһы ла түгел. Ләкин бар ҡиәфәте менән үҙен көслө, тыныс, булыуын күрһәтеп тора. Ялдары тажды хәтерләтә. Бәлки, шуғалыр ҙа "батша" тип йөрөтә башлағандарҙыр әле.
Арыҫландар тормошо ҙур ғаилә шикелле. Атай арыҫлан – ғаилә башлығы. Ул балаларын, уларҙың әсәләрен һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта үҙенә хөрмәт тә талап итә. Әйтәйек, прайдтың (арыҫландар ғаиләһе шулай тип атала) башҡа ағзалары иң тәүҙә етәксеһен ашата. 10 мең йылдар самаһы элек арыҫлан донъялағы киң таралған имеҙеүсе йәнлектәр исемлегендә булған. Тик әлеге ваҡытта уларҙың һаны күҙгә күренеп кәмей бара. Тимәк, "хайуандар батшаһы" үҙе лә яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж.
Һүрәт: nukadeti.ru
Читайте нас: