+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
15 Марта 2021, 07:53

Һигеҙ йәштән ике университетта уҡый!

Мехико ҡалаһынан Адхаре Майте Перес Санчес дүрт йәшендә уҡырға бара. Бәләкәйҙән тиҫтерҙәренән айырылып тора ул. Уйынсыҡтар менән дә бик уйнамай. Әммә ҡыҙға мәктәптә лә оҡшамай, күңелһеҙ була: уны cиныфташтары "сәйер" тип үсекләй. Уҡытыусы бүтәндәр менән аралашмайһың, дуҫлашырға теләмәйһең, тип әрләй. Әсәһе ҡыҙҙы белгестәргә күрһәтергә була.

Ҡыҙҙың IQ кимәле 162 балл булып сыға, был иһә Альберт Энштейндыҡынан да ике балға юғарыраҡ. Адхара һәләтле балалар өсөн махсус программа буйынса өйҙә уҡый башлай. Биш йәшендә - башланғыс мәктәпте, алты йәш ярымда - урта мәктәпте тамамлай һәм тиҙҙән ҡулына аттестат ала.
Һигеҙ йәшлек ҡыҙ дистанцион формала Мексика һәм Яңы Зеландия университеттарында сәнәғәт инженерияһы буйынса белем ала. Йәнә математиканы һәм инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнә. Адхараның иң ҙур - хыялы Америкаға күсеп, австронавт булыу һәм Марсты колонизациялауҙа ҡатнашыу. Теләгенең тормошҡа ашыуы ла бар: Американың ике университеты вундеркиндты астрофизиканы өйрәнеү өсөн уҡырға саҡыра икән.
Читайте нас