+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
1 Апреля 2021, 11:15

Бесәйҙәр ҡалаһы

Был ҡалала хатта светофор уты ла бесәй булып яна.Ҡайҙа икән,тиһегеҙме?

Калининград өлкәһендәге Зеленоградск ҡалаһы тураһында әйтәбеҙ. Ҡалаға килеп инеү менән бесәйҙәр ҡаршылай икән. Артабан да Мыяуҡайҙарҙың һүрәттәре, скульптуралары һәр мөйөштә тиерлек осрай. Бында улар ҡалалағы тере бесәйҙәрҙән дә күберәктер әле. Бесәйҙе символ итеп алыуҙары ҡайҙан килә һуң? Был йән эйәләрен күптәр ярата. Күберәк туристарҙы йәлеп итеү өсөн дә файҙаланалар, тигән фекер бар.
Зеленоградск ҡалаһында Бесәй музейы ла бар. Улай ғынамы һуң: ҡала хакимиәте хатта бесәйҙәр өсөн шеф вазифаһын булдырған. Ул бесәйҙәрҙең туҡланыуын, һаулыҡтарын ҡайғырта. Хужаһыҙ мыяуҡайҙарҙы туристар ҙа ашата ала. Бының өсөн аҙыҡ һатыла торған махсус автоматтар ҡуйылған.
Белдегеҙме инде: Балтик диңгеҙе буйындағы бәләкәй генә ҡаланың символы - бесәйҙәр.Бына шулай Зеленоградск туристарҙы йәлеп итә.
Читайте нас