Дислекция менән сирле бала дөрөҫ уҡырға, яҙырға өйрәнә алмай. Саҡ-саҡ V синыфҡа еткәс, атаһы малайҙы мәктәптән алып, өйҙә уҡытырға мәжбүр була. Сөнки уҡытыусылар, имтихандарҙы бирә алмаясаҡ, ти. Әммә Омариҙың ата-әсәһе улдары өсөн артыҡ борсолмай: малайҙың тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ яратҡан шөғөлө була. Әсәһе гел ауырығас, атаһы улын бик иртә бешеренергә өйрәтә. Үҙе иһә дарыуҙар алырға аҡса эшләй. Улының ҙур теләк менән ашарға әҙерләгәнен күреп, кулинария буйынса яңы китаптар алып ҡайта. Хатта үҙе ошо йүнәлеш буйынса техникумға уҡырға инергә әҙерләргә була. Бөтә ғаилә хуплап торғас, Омари үҙенең ютуб-каналын булдыра һәм бер аҙҙан танылыу яулай. Кумирҙары - шеф-повар Гордон Рамзи һәм актёр Чедвик Боузмандан бер ҡасан да бирешмәҫкә өйрәнә.
11 йәшендә урындағы футмолл директорына мөрәжәғәт итергә батырсылыҡ итә. "Ҙурайғас, ошонда үҙемдең ресторанымды асһам буламы?" - тип һорай. Малайға әле үк аренда хаҡын түләмәйенсә, бер аҙна эшләп ҡарарға мөмкинлек бирәләр.
Омари 2021 мартында кулинария буйынса китабын сығарған. Икенсеһен яҙырға уйлай. Телеканалда бешеренеү буйынса шоу алып бара. Йәш ашнаҡсы күп аҡса эшләп, ата-әсәһе ауырыу балаларға ярҙам итергә хыяллана.