Пластилин бөгөнгө көндә бик популяр материал булып һаналһа ла, уның тураһындағы яҙмалар XIX быуат аҙағына ҡарай.
1880 йылда алман фармацевты Франц Колб һәм 1897 йылда инглиз уйлап табыусыһы Уильям Харбут, бер-береһе менән кәңәшләшмәйенсә, әүәләү өсөн уңайлы матдә уйлап таба. Колб уны “пластилин”, Харбут “пластицин” тип атай. Был материалдың килеп сығыуы тураһында тағы ла бер фекер бар:йәнәһе лә, пластилин американ Джо Маквикер тарафынан уйлап табылған. Джо тәҙрә араларын һылай торған матдә яһаған була, килеп сыҡҡан әйберенең өлгөһөн балалар баҡсаһында эшләүсе апаһына ла бирә. Уныһы иһә балаларға был матдәнән берәй нәмә әүәләп ҡарарға тәҡдим итә.
Балаларҙың пластилинға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныуҙарын күргәс, уйлап табыусылар уны күпләп эшләп сығарырға була. Тәүҙә ул һоро төҫтә генә була, һуңыраҡ дүрт төҫлөһө – ҡыҙыл, һары, зәңгәр, йәшелдәр сыға башлай. Әлеге көндә инде төрлө төҫтәге һәм төрлө составтағы пластилиндар бар.
*2000 йылда Джеймс Мэй исемле продюссер пластилиндан тулы бер баҡса яһай. Ағастарҙы эшләү өсөн уға 2600 килограмм пластилин һәм алты аҙна ваҡыт кәрәк була.
* Пластилин ҡулланып эшләнгән йәнһүрәттәр, хатта “Неверхуд” тигән компьютер уйыны ла бар.