Һеҙгә уларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ. Дуҫтарығыҙ менән дә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлешегеҙ.
*Ябай ғына ҡәләм менән яҡынса 56 километр һыҙыҡ һыҙып була!
*Һуған турағанда һағыҙ сәйнәһәң, иламаҫҡа ярҙам итә, тиҙәр.
*Гавай алфавиты 12 генә хәрефтән тора.
*Һулаҡай кешеләр уңдарға ҡарағанда яҡынса 9 йылға оҙағыраҡ йәшәй, имеш.
*Бер бит ҡағыҙҙы 7-нән артыҡ бөкләп булмай.
*Йәшел төҫ күңелде тынысландыра.
*Бал ҡортоноң биш күҙе бар.
*Кеше йылына 10 миллион тапҡыр күҙен йомоп ала.
*Донъяла 7 процент кеше – һулаҡай.