+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
11 Мая 2021, 10:23

Миллионерҙарҙың бала сағынан

Хәлле кешеләрҙең балалары уҡыған абруйлы мәктәптә башланғыс синыф уҡыусыларына ярлылар тураһында хикәйә яҙып килергә ҡушҡандар.

Бер ҡыҙ: «Бик-бик ярлы бер ғаилә йәшәгән. Улар бик-бик ярлы йортта көн күргән. Өйҙәге хеҙмәтселәре лә ярлыларҙан-ярлыһы булған. Балаларының уйынсыҡтары ла ярлы икән», – тип уйлап сығарған.

Бик ҡыҙыҡ яҙған, эйеме? Һәр кем төрлөсә уйлай, фекерләй шул. Юлиә Вогмандың китабында ла миллионерҙарҙың бер нисәүһенең бала сағы хаҡында уҡығас, үҙемә күп яңылыҡтар астым.

Ингвар Кампрадтың ком­панияһының килеме 18 миллиард доллар менән баһаланһа ла, миллионер аҡсаны әрәм-шәрәм итергә яратмай, һаҡсыл тотона. Был, күрәһең, бәләкәй саҡта ғаиләһенең бер илдән икенсеһенә күсенеп, бөтәһен яңынан башларға тура килгәндән киләлер.

Бына күрәһегеҙме, уҡыу­сылар, бала саҡтағы мауығыуҙар, уй-хыялдар ниндәй юғары бейеклектәргә күтәрә. Һеҙ ҙә ваҡыты­ғыҙҙы бушҡа уҙғармай, кү­ңелегеҙгә оҡшаған шөғөл менән булышығыҙ, хыял­ланығыҙ. Бала саҡтағы уй­ҙар, ғәҙәттә, тормошҡа ашыусан була бит.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Читайте нас