+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
20 Мая 2021, 09:35

Төшкә кергән асыш

Ғаиләлә 17-се бала булып тыуған Дима бәләкәйҙән бик ҡыҙыҡһыныусан малай булып үҫә. Улының зиһенле булыуын күргән әсәһе, аталары мәрхүм булғас, ғаиләнең матди хәле ауыр булыуына ҡарамаҫтан, уны уҡырға бирә.

Гимназияла бер юғары синыф уҡыусыһы уға сер итеп кенә ҡурҡыныс химик ҡушылма яһап булыуы тураһында һөйләй. Бының өсөн көкөрт, селитра һәм ваҡланған күмерҙе бергә ҡушып йылытырға кәрәк була. Димала шунда уҡ был ҡатнашманы эшләп ҡарау теләге тыуа. Нимә килеп сығыуы билдәһеҙ, ләкин шул көндән башлап малайҙа химияға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна.

Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас