Уның өҫтөнән төтөн болото китмәгән, иң түбәһенән ут бөркөлгән. Әйтерһең, тау эсендә кемдер ята һәм асыуланып күккә таштар ырғыта, ут сөйә!
Боронғо Римдә был тауҙы тамуҡҡа инә торған урын һанағандар. Ә утрауҙы ут һәм тимерселек аллаһы Вулкан биләмәһе тип уйлағандар. Һуңынан шул янартауҙарҙы вулкан тип атай башлағандар.
Ысынында иһә вулкан тамуҡ та, ут аллаһы биләмәһе лә түгел. Бында күп нәмә Ер шарының төрлө ҡатламдарҙан тороуына бәйле. Хәйер, быны дин әһелдәре лә самалаған, тик үҙҙәренсә аңлатҡандар. «Ер ете ҡаттан тора. Уның һәр ҡаты ла, ер өҫтө кеүек, әҙәм балаһына йәшәү өсөн тәғәйенләнгән. Ожмах та, тамуҡ та ана шул аҫҡы ҡаттарҙа урынлашҡан», – тигән улар.
Асылда, ғалимдар аңлатҡанса, ниндәй ҡатламдар һуң улар?
Ер шарының иң өҫкө өлөшөндә ер ҡабығы тип аталған ҡатлам ята. Уның ҡалынлығы төрлөсә: океан һыуҙары аҫтында 5 – 8 саҡрым, ҡоро ер тигеҙлектәрендә 30 – 40 саҡрым. Таулы райондарҙа иһә 50 – 70 саҡрымға етә. Ер ҡабығы үҙе өс эре ҡатламдан ғибәрәт: иң өҫтә – ултырма тау тоҡомдары (ҡом, тупраҡ, балсыҡ, эзбизташ), аҫтараҡ – гранит ҡатламы, ә иң аҫта – базальт.
Ер ҡабығынан аҫтараҡ 2900 саҡрым тәрәнлектә урта минераль ҡатлам (мантия) ята. Ул тығыҙ тау тоҡомдарынан тора. Уларҙың составы ғалимдар тарафынан тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән. Сөнки үҙәктән килгән йылылыҡ уларҙы ирегән хәлгә килтерә. Ошо ҡатламдағы физик, химик һәм механик процестар арҡаһында ер тетрәү, тауҙар яһалыу, вулкандар урғылыу күренештәре хасил була. Ә был ҡатламдан аҫта, Ер шарының иң эске өлөшөндә, тышҡы ер үҙәге ята. Ул ирегән тимерҙән һәм никелдән тора. Температура иһә меңдәрсә градус! Бары тик Ерҙең иң төп үҙәк өлөшө генә иремәй. Сөнки өҫкө ҡатламдар уға көслө баҫым яһай, бик ныҡ ҡыҫып, ҡаты килеш тота.
Ваҡыт-ваҡыт Ер ҡабығының ҡайһы бер урындарында ярыҡтар хасил була. Ҡабыҡ аҫтындағы шыйыҡ магманан күп газдар бүленә. Шуларҙың көслө баҫымы аҫтында ҡайнар магма, ҡаты тоҡомдарҙы иретә-иретә, ярыҡтар буйлап өҫкә юл ала.
Шул рәүешле «ут аллаһы уяныу» – өҫтә ялҡын телдәре бейеткән вулкандар урғылыу күренеше хасил була ла инде.
Канада геофизигы Дж. Вильсон Ерҙең төҙөлөшөн еңелсә бешерелгән йомортҡа менән сағыштыра. Ҡабығын – Ер ҡабығына, аҡһым ҡатлауын – мантияға, ә шыйыҡ көйө ҡалған һарыһын Ер үҙәгенә оҡшата.
Зөбәржәт МИҢЛЕБАЕВА әҙерләне.