Ун йыл тирәһе элек Ҡытайҙа эт аҫраған кеше күп булмай. Улар был хайуанды үҙҙәренең тоғро дуҫы тип күрмәй. Киреһенсә, иттәренән ризыҡ әҙерләү хаҡында ғына хәстәрләй. Ҡытайҙарҙың эт ите ашауы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын.
Әммә иҡтисадтың үҫеүе бында ла үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай. Торған һайын күберәк кеше Европа мәҙәниәтенә тартыла бара. Халыҡтың эттәр менән дуҫлашыуына Ҡытай эшҡыуарҙары ла булышлыҡ итә. Улар күпләп йөнтәҫ чау-чау тоҡомон үрсетә башлай. Ике сәғәт эсендә был аҡ эттәр ҡара буяу ярҙамында аҡлы-ҡаралы пандаға әүерелә лә инде. Алты аҙна буйына шулай йөрөгәндән һуң, уларҙы яңынан буярға кәрәк. Хәҙер Ҡытайҙа урамда бәләкәс панда-эттәр күтәреп йөрөгән балаларҙы ла, сынйыр йәки бауға бәйләп етәкләп алған өлкәндәрҙе лә йыш күрергә мөмкин.