+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
2 Июля 2021, 08:05

Президент балалары

Америка тарихында тәүге ҡара тәнле президенттың ҡыҙҙары Аҡ йортта һуңғы 50 йыл эсендә иң йәш балалар булып иҫәпләнгән.

Барак Обаманың ҡыҙҙары Малия менән Наташа (уны бөтәһе лә Саша тип йөрөтә) хаҡында бара һүҙ.

Ҡыҙҙар Чикагола тыуған. Төрлө түңәрәк һәм секцияларҙа әүҙем шөғөлләнгәндәр. Малия футбол, бейеү һәм театр менән ҡыҙыҡһынһа, Саша гимнастика һәм чечётка менән мауыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта икеһе лә теннис һәм фортепьяноны үҙ иткән.

Ҡыҙҙарҙың әсәләре ваҡыт юҡлыҡтан уларҙы күберәк фастфуд һәм пицца менән туҡландырған. Әммә педиатрҙың кәңәше менән ғаилә тиҙҙән сәләмәт ризыҡтарға күскән. Сөнки гамбургерҙарҙың насар йоғонтоһо ҡыҙҙарҙың кәүҙәһендә һиҙелә башлаған.

Барак Обама Американың 44-се президенты булып һайланғас, улар Вашингтонға күсеп килә. Илдең баш ҡалаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Сидуэлл тигән шәхси абруйлы мәктәпкә йөрөй башлай­ҙар. Бында бер йыл уҡыу өсөн 30 мең долларға яҡын түләү ҡаралған. Ошонда элекке президенттар Билл Клинтон менән Ричард Никсондың да балалары уҡый. Шуға күрә лә был мәктәптең тирә-яғын полиция һәм башҡа һаҡ хеҙмәте машиналары уратып алған. Ә инде Барак һәм Мишель Обамалар ата-әсәләр йыйылышына килгән саҡта яҡын-тирәләге урамдар буйынса транспорт хәрәкәте ябылыр булған.

Барак Обама президент булып һайланғас, аталары ҡыҙҙарына Бо ҡушаматлы көсөк бүләк итә. Күптәнге теләгенә ирешкән Малия менән Саша бик ҡыуана.

Американың элекке президенты – кесе Джордж Буштың ҡыҙҙары Дженна һәм Барбара уларҙы Аҡ йортта үҙҙәрен дөрөҫ тоторға ла өйрәтә.

Фото: virtoo.ru



Читайте нас