+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
6 Июля 2021, 11:09

Өй кеүек туҡталыш

Британияның төньяғында Унст тигән бәләкәй генә утрау бар.

Өй кеүек туҡталышӨй кеүек туҡталыш
Өй кеүек туҡталыш

Унда ғәҙәти булмаған туҡталыш барыһының да иғтибарын йәлеп итеп тора. Бында автобус көтөп диванда ултырырға мөмкин.
Дөрөҫөн әйткәндә, утрауҙа баш­ҡа туҡталыштар ҙа юҡ. Сөнки унда бер генә юл һәм автобус үткенселәрҙең барыһын да йыйып йөрөй. Әммә был урындың үҙенең тарихы бар.
Бер ваҡыт властар кешеләргә кәрәге булмаған ошо туҡталышты алып ташларға уйлай. Шул саҡта утрауҙа йәшәгән Бобби исемле малай быларға хат яҙа һәм уны һүтмәүҙәрен һорай. Сөнки ул мәктәпкә барғанда көн дә ошонда велосипедын ҡалдырып йөрөүен әйтә. Үҙидаралыҡ органдарында эшләүсе өлкәндәр малайҙың хатын иғтибарһыҙ ҡалдырмай, хатта туҡталышҡа диван илтеп ҡуя. Ә урындағы халыҡ ҡалған нәмәләрҙе килтерә. Бында хәҙер өйҙәге кеүек икән.

Фото: ru.esosedi.org

Читайте нас