

Шуға бындағы һәр бер хайуан йәшәү өсөн көрәшә. Үлән булмағанлыҡтан, кәзә көтөүе ағас башында йөрөй. Улар арған ағасы япраҡтары, емештәре менән һыйлана, ә төштәрен төкөрә икән. Ә көтөүсе, емеш һөйәктәрен йыя-йыя, уларҙы аҫта ҡарап ултыра. Баҡһаң, төштәрҙән косметология һәм кулинарияла ҡулланылыусы ҡиммәтле арған майы яһайҙар, ти.