+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
14 Август 2021, 11:30

Вундеркиндтар

«Вундеркинд» һүҙен немец теленән тәржемә итһәң, «ғәжәп бала» тигәнде аңлата.

Вундеркиндтар
Вундеркиндтар

Әлеге төшөнсә аҡыл яғынан бик үҫешкән ҡыҙҙар һәм малайҙарға ҡарата әйтелә. Тәүге тапҡыр был һүҙ Австрияла ҡулланыла башлай. Биш йәштә генә музыка уйлап сығарған Вольфганг Амадей Моцартты вундеркинд тип атап йөрөтәләр.
Вундеркиндтарҙың һәләте, ғәҙәттә, бик иртә асыла. Улар теүәл фәндәр буйынса көслө була, шахмат буйынса донъяны яулай, фәнни хеҙмәттәр ҙә яҙа. Үҫә килә ҡайһы берәүҙәренең шаҡ ҡатырғыс һәләте юҡҡа сығыуы ла ихтимал.

Ким Унг Йонг

Корея вундеркинды 1962 йылда тыуған. Уның аҡыл коэффициенты 210-ды тәшкил итә, Гиннесс рекордтар китабына донъяла иң аҡыллы кеше булараҡ индерелгән. Дүрт йәшендә дүрт телде белә, математик анализ буйынса мәсьәләләр сисә. Һигеҙ йәшендә NASA-ға саҡырылып, Колорадо университетына уҡырға инә. 17 йәшендә докторлыҡ дәрәжәһен яҡлай. 1978 йылда Кореяға ҡайтып, университеттарҙа уҡытыу эше менән шөғөлләнә. Авторҙың 90-дан ашыу фәнни хеҙмәте бар.


Приянши Сомани

Һинд тиҙ иҫәпләүсеһе ул. 11 йәшендә халыҡ-ара математик ярышта тәүге урынды яулай. Ул бәйге тарихында ҡабатлауҙа, ҡушыуҙа һәм квадрат тамырын сығарыуҙа бер ҙә хата ебәрмәгән берҙән-бер ҡатнашыусы була. Приянши алты урынлы 10 һандың квадрат тамырын 6 минут 51 секундта сығара.
2012 йылда йәш ҡыҙ тағы ла яңы рекорд ҡуя. Бында инде ике минут 43 секунд эсендә иҫәпләй.


Грегори Смит

1990 йылда АҠШ-та донъяға килгән. Ике йәшендә уҡырға өйрәнгән. 10 йәшендә иһә университет студенты булып китә. 16 йәшендә магис­тратураны тамамлай.
Әйткәндәй, ул 12 йәшендә генә бөтә донъя буйынса балаларҙың ҡы­ҙыҡһыныуҙарын яҡлау буйынса халыҡ-ара хәрәкәт ойоштора. Уның етәксеһе булараҡ, Смит Михаил Горбачёв һәм Билл Клинтон менән һөйләшә. Йәш булыуы­на ҡарамаҫтан, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы советы ултырышында сығыш яһай. Дүрт тапҡыр Нобель премияһына тәҡдим ителә.


Камерон Томпсон

Математиканан бик даһи була. Аспергер ауырыуы менән сирләүе лә теүәл фән буйынса уңыш ҡаҙанырға ҡамасауламай. Дүрт йәшендә генә ул нуль иң бәләкәй һан тип әйтеүсе уҡытыу­сыһын төҙәтеп, кире һандарҙы ла онотмаҫҡа ҡуша. 11 йәшендә юғары математика менән ҡы­ҙыҡһына башлап, Бөйөк Британиялағы университетта математик дәрәжәһен ала. Малай сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, ВВС тапшырыуына ла саҡырыла. Унда донъя­лағы иң йәш вундеркинд хаҡында һүҙ алып барыла.


Андрей Хлопин

Йәш астроном Краснодар крайында 1996 йылда тыуған. Дүрт йәшендә ата-әсәһе уға астрономия буйынса тәүге уҡыу әсбабы һатып ала. Ә 13 йәшендә донъя фәненең мөһим һорау­ҙарына яуап биреп, биш фәнни фаразды иҫбатлай. «Юпитер һәм Марс тирәләй астероидтарҙың бүлкәте барлыҡҡа килеүе» тигән тәүге эшен 9 йәштә яҙып, фәнни фараздар авторы булараҡ, Гиннесс рекордтар китабына индерелә.
Әле Андрей фәнни эшмәкәрлеген туҡтат­ҡан. Уҡыусы саҡтағы фәнни уңыштарын, балалыҡ ҡыҙыҡһыныуы, тип кенә иҫкә ала.

Вундеркиндтар
Вундеркиндтар
Вундеркиндтар
Вундеркиндтар
Вундеркиндтар
Читайте нас: