+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
16 Август 2021, 14:55

Тауыҡтар ҙа ҡайғыра белә

Ышанмайһығыҙмы?

Тауыҡтар ҙа ҡайғыра белә
Тауыҡтар ҙа ҡайғыра белә

Бристоль университеты ғалимдары себештәре ауыр хәлдә булғанда тауыҡтарҙың ҡайғырыуын асыҡлаған. Бындай саҡта уларҙың йөрәк тибеше йышая, күҙ температураһы түбәнәйә икән. Етмәһә, туҡтауһыҙ ҡытҡылдайҙар, ҡанаттарын ҡағалар.

Сысҡандар ҙа һөйләшә

Ғалимдар сысҡандарҙың кеше ҡолағы ишетмәгән тауыш менән аралашыуын асыҡлаған. Уларҙың өндәре йырға ла оҡшап китә, ти. Тәжрибәнән күренеүенсә, сысҡандарҙың балалары ла бындай һәләткә эйә, имеш. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҙурайған һайын тауыштары ла ҡалыная бара икән.

Тауыҡтар ҙа ҡайғыра белә
Тауыҡтар ҙа ҡайғыра белә
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: