+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
1 Сентябрь 2021, 13:47

Илле мең һүҙ яҙып була

* Окинава утрауында 100 йәште үткән 500-гә яҡын кеше йәшәй.

Илле мең һүҙ яҙып була
Илле мең һүҙ яҙып була

*Бөжәктәр араһында кәүҙәһенә ярашлы иң ҙур мейе ҡырмыҫҡала икән.
*Кешенең дүрттән бер өлөш һөйәге аяҡтарына тура килә.
*Аҡ айыуҙар ашарға ризыҡ эҙләп, 700 километрға тиклем йөҙә ала.
*Бер шариклы ручка ярҙамында яҡынса 50 мең һүҙ яҙып була.
*Һәр тын алышыбыҙҙа үпкәләребеҙҙә 17 процент һауа алмашына.
*Ҡытайҙа кешеләр күп булһа, Австралияла йорт ҡуяндары улар­ҙан да артығыраҡ.

* Бесәйҙәр 100-ҙән ашыу төрлө тауыш сығара ала, ә эттәр – ни бары 10-ды ғына.

Фото: infourok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: