+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
20 Сентябрь 2021, 14:15

Аҡса гөлө

Күп халыҡ табиптары өйҙә аҡса килтереүсе гөлдәр үҫте­рергә кәңәш итә.

Аҡса гөлө
Аҡса гөлө

Бүлмә үҫем­лектәрен дөрөҫ тәрбиәлә­һәң, йортҡа байлыҡ килер, ти­гән фекерҙә булған Ванга ла.
Һәр милләттең аҡса үҫемлеге хаҡында һынамыштары бар. Һиндтар, мәҫәлән, анар (гранат) ағасы өйгә байлыҡ килтерә, тип иҫәпләй. Яңы өйләнеүселәргә туйҙа бүләк ителә, кәләш менән кейәү никах көнөндә үк уны тупраҡҡа ултыртырға тейеш, ҡунаҡтар үҫенте эргәһенә аҡса һала.
Мысырҙа элек-электән бой­ҙай муллыҡ символы һанал­ған. Уны һаҡлап, ҡарап ҡына үҫтергәндәр. Хатта көлтәһен түшәмгә элеп ҡуйғандар. Бой­ҙай күҙ тейеүҙән, боҙомдан да һаҡлаған.
Беҙҙең илдә аҡса ағасы, яран гөлө килем алып килә. Уларҙы тәрбиәләп тороу психик һәм физик хәл-торошто яҡшыртырға ярҙам итә. Шулай уҡ эске көсөргәнешлекте һәм арығанлыҡты ла бөтөрә, тиҙәр. Аҡса үҫемлеген ҡарау әллә ни ауырлыҡ тыу­ҙырмай. Тик уның ултыр­ған урынын йыш алыштырыр­ға, һыуҙы күп ҡойорға ярамай. Гөлдө матур итеп ҡарап, яратып торғанда ғына аҡсағыҙ ҙа артып китәсәк...

Фото: zen.yandex.ua

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: