+4 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
27 Сентября 2021, 10:35

Асфальт күлдәре

Венесуэланың төньяҡ өлөшөндә илле саҡрым тирәһе арыраҡ Тринидад тигән утрау­ҙа ысын мәғәнәһендәге асфальт күл бар.

Асфальт күлдәреАсфальт күлдәре
Асфальт күлдәре

Әлбиттә, унда һыу инеү мөмкин түгел. Был күлдең майҙаны – 46 гектар, тәрәнлеге – 90 метр.
Бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы Ла Бреа тигән ауылда вулкан ауыҙынан ер аҫтынан бик ҙур тәрәнлектән сығып ятҡан нефть, тышҡы атмосфе­ра тәьҫире аҫтында үҙенсәлеген үҙгәртеп, асфальтҡа әйләнә. Был хәл күлдең ҡап уртаһындағы соҡорҙа бар­лыҡ­ҡа килә. Пич-Лейк исемле был сығанаҡтан йыл һайын 150 мең тонна асфальт алына. Ул төҙөлөштә ҡулланыла. Күп кенә асфальт шулай уҡ АҠШ-ҡа, Англияға һәм башҡа илдәргә ебәрелә. Бөтәһе күлдән ошоғаса 5 миллиондан ашыу тонна асфальт етештерелгән. Шулай күп алын­һа ла, күлдең тәрәнлеге ни бары ярты метр­ға ғына кәмегән.
Шуныһы ҡыҙыҡ: күлдең өҫтөнән кеше атлап йөрөй ала икән. Аяҡтары ла йәбешмәй, батмай ҙа. Әммә бер урында баҫҡан килеш оҙаҡ торорға ярамай, сөнки ул сағында ипләп кенә аҫҡа табан бата башлайһың. Күл өҫтөндә оҙаҡҡа ҡалдырылған нәмәләр күпмелер ваҡыттан һуң мотлаҡ юҡҡа сыҡҡан, төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа сумған. Күлде тикшереүсе ғалимдар уның аҫтында боҙлоҡ осорондағы боронғо күп төрлө йәнлектәр­ҙең тотош бер ҙур ҡәберлеге барлығын белдергән.
Пич-Лейк донъялағы бер­ҙән-бер асфальт күле түгел, ундайҙарҙы Калифорнияла, Төрөкмәнстанда, Әзербайжанда һәм башҡа ерҙәрҙә лә осратырға була.

Фото: womanadvice.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас