+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
4 Октября 2021, 08:50

Ҡара күл

Был исем уның төҫөнә ҡарап ҡына бирелмәгән.

Ҡара күлҠара күл
Ҡара күл

Ә элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡауырһынлы ручка менән ҡараға манып яҙғандағы кеүек, әлеге күлдең ҡараһын да шул маҡсатта файҙаланып була икән. Хатта уны Алжирҙың магазиндарында ғына түгел, баш­ҡа илдәргә лә ебәреп һаталар.
Алжирҙағы Сиди Бель Аббес ҡалаһындағы был күлдең ҡараһы ағыулы һанала. Унда бер ниндәй балыҡтар ҙа, үҫемлектәр ҙә юҡ.
Күлдең ни өсөн шулай булыуын ғалимдар бик оҙаҡ тикшерә һәм яңыраҡ уның серен аса. Баҡһаң, бында ике йылға ағып төшә. Береһендә тимер­ҙең ирегән тоҙҙары күп миҡдарҙа булһа, икенсеһе ағып ятҡан үҙәндәге торф һаҙлыҡтарынан һәр төрлө органик ҡушылмаларҙы алып күлгә төшөрә. Һуңынан был ике йыл­ғаның һыуҙары бер-береһе менән ҡушылып, химик реакцияға инеп, ҡара төҫ барлыҡҡа килтерә.
Башҡортостанда ла шундай мөғжизәләргә эйә булған тәбиғәт күренештәре күп бит. Һеҙҙең яҡта ниндәй серле урындар бар? 

З. МӘҺӘҘИЕВА әҙерләне.

Фото: news.myseldon.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас