

Шулай ҙа был ике йорт хайуанының үҙ-ара дуҫлығын иҫбатлаусы миҫалдар ҙа күп. Бына, мәҫәлән, элегерәк Анапа ҡалаһында шундай осраҡ булған. Бесәй һыуыҡта ташландыҡ алты көсөктө ҡотҡарған. Уларға сысҡан тотоп килтереп ашатып ҡына ҡалмаған, йылытҡан да. Был үҙенсәлекле «ғаилә»не урман һыҙатында осраҡлы ғына хайуандарға ярҙам итеү төркөмө ирекмәне күреп ҡала.
– Көн ныҡ һыуыҡ ине. Беҙ уларҙы йылы урынға алып ҡайтып яптыҡ. Бесәй маладис. Эт көсөктәренә инәләрен алмаштырған, – ти ҡыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, бесәй яңы урында ла бәләкәстәрҙе хәстәрләүен дауам итә. Ялай, йылыта. Тегеләре лә ҙурайһалар ҙа, уға йылышып бара. Шулай ҙа бесәйҙе ирекмәндәр өйгә алып ҡайта, ә көсөктәргә яңы хужалар табыла. Хәстәрлекле бесәйҙе лә бер ғаилә үҙенә ала. Маркиз рәхәтләнеп йылы өйҙә йәшәй башлай.
Фото: cat4you.ru