Былар ҡыҙыҡлы
12 Октябрь 2021, 09:15

Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар

Беҙҙең башҡорт алфавитында нисә хәреф барлығын һәм уларҙың нисәүһе тартынҡы, һу­ҙын­ҡы икәнлеген барығыҙ ҙа беләлер инде.

Һуҙынҡылар һәм тартынҡыларҺуҙынҡылар һәм тартынҡылар
Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар

Баҡтиһәң, донъяла 65 алфавит бар икән. Ҡай­һылыр телдә – тартынҡы өндәр, икенселәрҙә, киреһенсә, һуҙынҡылар өҫтөнлөк итә. Беҙҙә тартын­ҡы хәрефтәр күберәк, ә һуҙынҡылар әҙерәк, шулай бит? Ә бына Кавказдағы абхаз халҡы ни бары ике генә һуҙынҡы өндө ҡуллана. Ҡыҙыҡ, эйеме? Нисек һөйләшәләр икән?
Вьетнамда йәшәүсе седаг халҡы, киреһенсә, һуҙынҡы өндәргә иң байы һанала. Уларҙа барлығы 55 шундай өн бар! Иң күп тартынҡы Кавказдағы убых телендә – 85. Яңы Гвинеяның Бугенвиль утрауында йәшәүсе ротокас халҡында ни бары 11 хәреф бар. Уларҙың телендә 6 ғына тартынҡы өн. Иң күп хәрефле алфавит – кхемерҙарҙа. Нисәүме? Барлығы – 72 хәреф.

Һүрәт: infourok.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас