+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
15 Октября 2021, 06:40

Ҡыҙыл эсле йомортҡа

Ҡоро ерҙә шул тиклем дә килбәтһеҙ күренгән пингвиндар, һыуҙа үҙҙәрен шәп йөҙөүсе итеп күрһәтә.

Ҡыҙыл эсле йомортҡаҠыҙыл эсле йомортҡа
Ҡыҙыл эсле йомортҡа

Йыл­ғыр ғына итеп шыуғалаҡ та­бышын көслө яңаҡтары менән эләктереп ала ла ҡытыршы теленә һалып, яр­ға сыҡҡансы йөҙөп бара ала. Ә бына уларҙың иң мөһим аҙы­ғы балыҡ түгел, ә бәләкәс ҡы­ҙыл ҡыҫалалар икән. Ана шулар арҡаһында инде пингвин­дар­ҙың йомортҡа һарыһы баш­ҡа ҡоштарҙыҡына ҡарағанда, ҡы­ҙыл булыуы менән айырылып тора.

Фото: first4magnets.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас