+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
16 Ноября 2021, 11:20

Донъяла иң-иңе

America Movil латин-америка телекоммуникация империяһы хужаһы Карлос Слим Элу – донъялағы иң бай кеше.

Донъяла иң-иңеДонъяла иң-иңе
Донъяла иң-иңе

«Форбс» журналы мәғлүмәттәре буйынса, ул 53,5 миллиард долларға эйә.
Нисек бындай байлыҡҡа ирешкәнме? Тырыш хеҙмәте, ныҡышмаллығы, белеме менән. Эшҡыуар атаһының йоғонтоһо ла ҙур булған. Ул балаларын бәләкәй сағынан аҡса тоторға, уны нисек арттырырға өйрәткән. Һәр береһенә дәфтәр таратып биргән дә сығымдарын, килемдәрен даими яҙып барырға ҡушҡан. Аҙаҡ, күпмелер ваҡыттан һуң, бергәләп ултырып һығымта яһағандар.
Ошо мәлдән башлап аҡса йыйыу һәм капитал һалыу йәш Карлос тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Мехико милли банкыһының акцияларын һатып алыу өсөн иҫәп асыу 12 йәшлек Карлостың беренсе капитал туплау тәжрибәһе була.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас