+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
7 Декабря 2021, 07:25

Һыйырҙар ҙа моң ярата

Йыр тыңларға бик яратам.

Һыйырҙар ҙа моң яратаҺыйырҙар ҙа моң ярата
Һыйырҙар ҙа моң ярата

Өйҙәгеләр йоҡлаһа ла, таң менән радиомды ҡабыҙып ҡуям. Ашарға бешергәндә, кер йыуғанда ла, өй йыйыштырғанда ла дәртле көйҙәрҙән айырылмайым. Кәйефем күтәрелеп, ҡанатланып, бер аҙ хисләнеп тә китәм, тауҙар аҡтарырлыҡ эштәр башҡараһы килә башлай.

Көндән-көн йырҙың ыңғай тәьҫирен яҡшы тоям. Ғалимдар ҙа быны иҫбатлап тора. Мәҫәлән, күп тикшеренеүҙәр Вольфганг Моцарт көйөнөң кеше мейеһенә көслө йоғонтоһон асыҡлаған. Баҡһаң, уны тыңлағандарҙың күбеһе IQ тестарын уңышлыраҡ эшләй икән. Ун минут тирәһе ҡолаҡ һалғандарҙың да интеллект кимәле 8 – 10 берәмеккә күтәрелгән, иғтибарҙарын яҡшыраҡ туплай башлағандар.
Музыканың дауалауы һүҙ генә түгел, күп кешеләрҙе сәләмәтләндереү миҫалдары менән нығытыла. Әлбиттә, бөтә сирҙән дә уның ярҙамында ҡотолоп булмай, шулай ҙа дарыуҙар менән бергә өҫтәмә дауалау сараһы итеп тыңларға мөмкин.
Шуныһы ҡыҙыҡ: хайуандарға ла музыка оҡшай икән. Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, XIX быуатта Бриттани ғибәҙәтханаһында монахтар һыйыр­ҙарына махсус йырҙар тыңлатҡан. Моцарттың серенадаһынан һуң хайуан­ҡайҙар 2 тапҡырға күберәк һөт биргән. XX быуатта немец фермерҙары ла асыш яһап, үҙҙәренең фермаларында көй яңғырата башлаған.
Бер саҡ үҙемә лә быға шаһит булыр­ға тура килде. Туғандар, өйҙәренә, мал-тыуарҙарына күҙ-ҡолаҡ булырға ҡалдырып, ҡунаҡҡа китте. «Һыйырым бер кемдән дә һауҙырмай, тибә. Минең кейемдәремде кейеп һауырға тырышырһың инде», – тине инәй кеше. Ул әйткәнсә, яулығын ябынып, халатын кейеп, етмәһә, телефонымды ла алып, һарайға йүнәлдем. Иң яратҡан дәртле көйҙө ҡуйып ебәрҙем дә эшкә тотондом. Хужабикәһе уны тәнҡитләһә лә, малҡай тыныс, тик кенә торҙо, хатта тибенергә лә уйламаны. Туғандар ҡайт­ҡас, һөйләһәм, иҫтәре китеп аптырай. Һинең йырыңды оҡшатҡандыр ул, тиҙәр.
Үҫемлектәр үҫеүенә лә ыңғай тәьҫир итә музыка. «Discovery» телеканалы теорияны практикала ҡулланып ҡарар­ға булған. Тәжрибәне борсаҡта үткәргәндәр. Ете теплица төҙөлгән. Шулар­ҙың дүртәүһе эргәһенә тауыш колонкалары ҡуйылған: икәүһендә насар ниәтле һөйләшеүҙәр яңғырап торған, тағы икәүһендә – дуҫтарса, күңеллеләр. Уларҙан тыш, икәүһендә ауыр рок һәм классик музыка тыңлатылған. Ҡалған берәүһендә тыныслыҡ хөкөм һөргән. Үҫеү айырмаһы 27 көндән һуң күренгән. Рок музыка яңғырағанында шытым яҡшыраҡ булған, тыныс һәм дуҫтарса һөйләшеү ҡуйылғанында һәйбәт уңыш көтөлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене үлем хәленә еткергән йыр-моңдар ҙа бар. Уны үҙебеҙ ҙә һиҙеп, тойоп торабыҙ. Мәҫәлән, 1999 йылда Төркиәлә бер бәхетһеҙ яҙмыш тураһындағы музыка 200 кешенең ғүмерен ҡыйған.
Бына шулай музыка кешене йәшәтә, йәшәртә, үлемгә лә юлыҡтыра.

Г.ИҠБАЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас