+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
10 Декабря 2021, 05:55

Сәскә сәғәттәре

Сәскә сәғәттәре хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?

Сәскә сәғәттәреСәскә сәғәттәре
Сәскә сәғәттәре

Улар механик рәүешлеһе уйлап табылғанға тиклем Боронғо Римдә килеп сыҡҡан. Ғалимдар ошо мәлдә үк үҫемлектәрҙең үҙен-үҙе тотошо ваҡыт тәүлеге менән бәйле булыуын күргән. Сәскәләр­ҙең тәбиғи биологик ритмы ваҡыт арауығын етерлек дөрөҫ билдәләргә ярҙам иткән. Иртә яҙҙан һуңғы көҙгә ҡә­ҙәр кешеләр уның менән ҡуллана алған.
Уйлап табылған ҡоролма булараҡ, тәүге сәскә сәғәттәре Швецияла күренә башлаған. Башланған уйҙы ботаникаға күп ваҡытын бүлгән Карл Линней тормошҡа ашыр­ған. Ғалим фекерен өлөштәргә бүленгән түңәрәк формалы ҡоролмаға әйләндергән. Уның буйынса ваҡытты белеп булған. Сөнки һәр бер өлөшөн сәскәлеге айырым бер ваҡытта асыла тор­ған үҫемлек биләгән.
Төрлө төбәктә сәскә сәғәттәре төрлөсә төҙөлә икән. Ни өсөнмө? Cөнки уларҙың сәскәлеге асылыу, ябылыу ваҡыты тура килмәүе ихтимал. Күҙәтеүҙәргә ҡарағанда Австралияның Инсбрук ҡалаһында, мәҫәлән, үҫемлектәрҙең уяныуы, Линней сәғәте буйынса, 1 – 2 сәғәткә, ябылыуы 1 – 6 сәғәткә һуңлай.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас