+17 °С
Дождь
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
7 Января 2022, 06:00

Йәшел әфлисун

Йәшел ҡабыҡлы әфлисун­дар­ҙы күргәнегеҙ бармы? Юҡты һөйләмәгеҙ, тиһегеҙме? Ә бит уларҙың тышы, ысынлап та, башта йәшел була.

Йәшел әфлисунЙәшел әфлисун
Йәшел әфлисун

Әммә һатып алыусылар уларҙы бешмәгән тип ҡабул иткәнгә күрә, әфлисундарҙы бер нисә көнгә тейешле температураһы, дымлылығы булған, елләтелгән мах­сус бүлмәләргә ҡуялар. Һәм унда этилен газы ебәрәләр. Һөҙөмтәлә, хлорофилл тарҡалып, әфлисундың йәшел төҫө бөтә һәм беҙ күрергә өйрәнгән һары йәки ҡыҙғылт-һары төҫө генә ҡала. Этилен әфлисундың емешенә зыян килтермәй, әм­мә йәшел төҫ өсөн яуаплы хлорофилдың тарҡалыуы арҡаһында цитрус емешенең һаҡлау ваҡыты кәмей.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас