+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
20 Ғинуар 2022, 10:57

Донъя мәктәптәре тураһында ҡыҙыҡлы факттар

Германияла бала мәктәпкә 6 йәштә бара. Дәрестән ҡасҡан уҡыусының ата-әсәһе штраф түләй һәм уларҙа мәктәп формаһы юҡ.

Донъя мәктәптәре тураһында ҡыҙыҡлы факттар
Донъя мәктәптәре тураһында ҡыҙыҡлы факттар

Чехия мәктәптәрендә "бишле" - иң насар, ә "берле" иң яҡшы билдә булып һанала. Бер уҡытыусы бер нисә фәндән белем бирә. Мәҫәлән, математика уҡытыусыһы - физкультуранан, ә хеҙмәттеке  химия, туған тел дәрестәрен уҡытырға мөмкин.

Финляндияла уҡыусы үҙе теләмәһә, таҡта янына яуап бирергә сыҡмаҫҡа хоҡуҡлы.

Израилдә балаларға ҡабатлау, бүлеү таблицаһын ятлатмайҙар.Улар  калькулятор ғына ҡуллана.

Испания мәктәптәрендә бары тик бер генә тәнәфес бар. Оҙонлоғо - 30 минут. Унда дәрестәр бер-бер артлы тәнәфесһеҙ генә дауам итә.

Фото:https://yandex.ru/images/search?

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: