+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
26 Ғинуар 2022, 12:00

Файҙалы китап уҡыу күнекмәләре

1.Китап уҡыр алдынан маҡсат ҡуйырға. Ни өсөн китап уҡыйһың? Борсоған мәсьәләләргә яуап эҙләйһеңме? Әллә маҡсат итеп берәй файҙалы нәмә өйрәнеүҙе ҡуйҙыңмы?

Файҙалы китап уҡыу күнекмәләре
Файҙалы китап уҡыу күнекмәләре

Мәҫәлән, һинең маҡсат — һатыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешеү. Тимәк, оҫта һатыу итергә һәм кешеләр менән етәкселек итә белергә тейешһең. Иң беренсенән, һатыу һәм етәкселек итеүҙең нескәлектәре тураһында иң яҡшы китаптар табып уҡырға тейешһең. Шунан тағы психология, үҙүҫешеү һәм мотивация тураһында китаптар табырға кәрәк.

  1. Китапты бирелеп уҡырға.

Китап уҡыу — ул китап менән һөйләшеү. Һәр китап — ул авторҙың хеҙмәте, уның донъяға ҡарашы, таланты. Уҡып сыҡҡандарың хаҡында уйлан. Эске диалогың менән бәйләнеште өҙмә. Материал тураһында фекер йөрөт. Үҙеңдән: "Бөтәһе лә миңә аңлашыламы?" — тип һора. Бүлекте тағы бер тапҡыр уҡып сығырға кәрәкме? Мәғлүмәтте былай ғына йотма, китап менән бәйләнешкә ин.

3.Китапты шәп уҡымаҫҡа.

Китапты шәп кенә уҡып сығып, кәштәгә һалмағыҙ. Әгәр китапты шәп уҡығың килһә, тиҙлекте үҫтер. Әммә мәғлүмәтте тиҙ үҙләштереү тәжрибә менән килә бит. Китапты бер нисә көн йәки бер аҙна эсендә уҡыуҙың мәғәнәһе юҡ. Иң мөһиме, китаптан үҙеңә берәй нәмә алыу.

4.Үҙ форматыңды һайларға.

Хәҙер мөмкинлектәр күп: китаптарҙы магазинда һатып алырға, уларҙы интернет селтәренән күсереп алырға йәки тыңларға була. Әгәр һин тыңлап үҙләштерәһең икән — тимәк, һин – аудиал. Әгәр  китаптарҙың биттәрен асып уҡыу оҡшай икән, һиңә күп китаптар һатып алырға инде.

5.Цитаталарҙы яҙып алырға, яҙмалар эшләргә.

Китаптағы кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып алып, юғалтмай һаҡлап була. Уҡып сыҡҡандан һуң ҡыҙыҡһыныу уятҡан өҙөктәргә кире әйләнеп ҡайт, ҡыҫҡа яҙма эшлә. Үҙеңдең уйҙарыңды, цитаталарҙы яҙыр өсөн берәй дәфтәр йәки блокнот башла. Илһамлан, улар менән бүлеш. Үҙеңдең блогыңа яҙмалар эшлә, ҡиммәтле идеялар һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ.

  1. Тормошта алған белемеңде киң ҡулланырға.

Был - иң серле төшөнсә. Китаптағы яҙылғандар һинең проблемаларыңды хәл итмәй, шуны бел. Ә тормошта алынған төплө белемеңде ҡулланып, фекер йөрөтөп, борсоған мәсьәләләреңде үҙеңсә хәл итәһең! Әгәр аңлап уҡыһаң, алған яңы белемеңде ҡайҙа һәм нисек итеп ҡулланырға һәм файҙаланырға белерһең. Килеп сыҡманымы? Яңынан эшләп ҡара. Бөтәһе лә тәжрибә менән килә, иң мөһиме, теләк булыуы һәм баштың дөрөҫ йүнәлештә эшләүенән тора бит ул.

Китаптарҙы рәхәтләнеп уҡығыҙ!

Баймаҡ районы, Әбделкәрим ауыл китапханаһы.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: