+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
8 Февраль 2022, 11:10

Ә һин беләһеңме?

Йыртҡыс ҡоштарҙың күреү һәләте кешенекенә ҡарағанда 10 тапҡырға үткерерәк. Шулай итеп, бөркөт ҡуянды - 3 саҡрымдан, ә сапсан күгәрсенде 8 саҡрымдан шәйләй ала.

Ә һин беләһеңме?
Ә һин беләһеңме?

Иң күп ҡауырһын аҡҡошта икән. Берәүһендә 25 мең 216 дана һанағандар. Ҡоштар араһында иң аҙ ҡауырһынлыһы - турғай. Уныҡы - 2 мең.

*****

Нигер һәм Судан илдәре араһындағы  Атлас тауҙарынан көньяҡтараҡ иң ҙур ҡош - Төньяҡ Африка дөйәғошо йәшәй. Уның кәүҙә оҙонлоғо - 2,74 метрға, ә ауырлығы 156,6 килограмға етә. Дөйәғош - донъяла иң шәп йүгереүсе лә. Ул сәғәтенә 120 саҡрым тиҙлек менән елә. 8 метр оҙонлоҡҡа һикерә ала.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text=

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: