+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
14 Февраль 2022, 12:35

Башҡа илдәрҙә нисек?

14 февралде төрлө илдәрҙә нисек ҡаршылайҙар икән? Һөйөү һүҙҙәрен белдереүсе ниндәй бүләктәр бирәләр? Был хаҡта белгегеҙ киләме, дуҫтар?

Башҡа илдәрҙә нисек?
Башҡа илдәрҙә нисек?

Италияла был көндө икенсе төрлө «Татлы көн» тип тә йөрөтәләр. Ни өсөн икәне аңлашылалыр инде. Байрам көнөндә йөрәк формаһындағы төрлө тәмлекәстәр, шоколадтар, печеньелар төп бүләк булып һанала. Рауза сәскәләре, бриллиант та бүләк итәләр. Ә иң шәбе - шоколад менән ҡапланған фундук сәтләүеге. Уның үҙенсәлеге шунда: һәр бер кәнфит эсендә донъялағы дүрт телдә һөйөү һүҙҙәре яҙылған хаттар табырға була.

Англияла ла был байрамды көтөп алалар. Һөйгәндәренә йөрәк формаһындағы шоколадтар, йөрәк-валентинкалар, йомшаҡ уйынсыҡтар бирешәләр. Бигерәк тә йомшаҡ Teddy айыуын бүләк итеү популяр икән. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар Ғашиҡтар көнөндә һөйгән йәрҙәрен генә ҡотлап ҡалмай, ә йорт хайуандарын да тәбрикләйҙәр, яратҡан ризыҡтары менән һыйлайҙар.

Германияла был көн психик ауырыуҙарға дусар булыусылар көнө тип иғлан ителгән. Байрам хөрмәтенә немецтар психиатрия дауаханалырын ал таҫма менән биҙәй.

Голландияла был көндө ҡатын-ҡыҙҙар егеттәргә үҙҙәрен кәләш итеп алырға тәҡдим итә ала. Әгәр ҙә егет кеше риза булмай икән, мотлаҡ ҡыҙға ебәк туҡыманан тегелгән күлдәк бүләк итергә тейеш.

Данияла Ғашиҡтар көнөн шау-шоулы итеп, гөрләтеп уҙғарырға күнеккәндәр. Махсус кисәләр, концерттар ойошторалар. Иң төп бүләк булып мөхәббәт открыткалары һанала. Ҡәҙерле кешеләренә арнап һөйөү шиғырҙары яҙалар.

Америкала шулай уҡ бер-береһенә татлы бүләктәр бирешәләр. Яратҡан кешеләрен генә түгел, атай-әсәйҙәрен, олатай-өлсәйҙәрен, туғандарын да ҡотлайҙар бында.

Францияла һөйгәндәренә ҡиммәтле биҙәүестәр бүләк итәләр. Шулай уҡ йөрәк төшөрөлгән открыткалар, шоколадтар ҙа популяр. Алһыу төҫтәге йогурт, йөрәк формаһында киҫелгән колбаса бүләк итеүселәр ҙә осрай.

Японияла байрам бик үҙенсәлекле үтә. 14 февраль көндө ҡыҙҙар бары тик ир-егеттәрҙе генә ҡотлай.

Ҡайһы бер илдәрҙә был байрамды башҡа көндәрҙә билдәләй. Мәҫәлән, Испанияла Ғашиҡтар көнө 1 майҙа үтә. Ҡаҙағстандың да үҙ Ғашиҡтар байрамы бар. Ул – 15 апрель.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: