+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
3 Март 2022, 17:25

Күк йөҙө ниңә зәңгәр?

Ҡояштан килеүсе яҡтылыҡ аҡ түгел. Унда ете төрлө төҫ йәшеренгән - ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, йәшел, зәңгәр, күк һәм шәмәхә. Улар ҡушылып аҡ төҫ хасил итә.

Күк йөҙө ниңә зәңгәр?
Күк йөҙө ниңә зәңгәр?

Ә бына яҡтылыҡ атмосфера аша үткәндә (унда йөҙөп йөрөүсе газдар аша) ҡайһы бер нурҙар әлеге газ аша иркен уҙа. Иң ҡыҫҡалары - зәңгәр, күк һәм шәмәхәләре тарала. Нәҡ бына улар күк йөҙөн шундай матур төҫкә "буяй" ҙа инде. Атмосферала йөҙөп йөрөүсе һыу һәм боҙ тамсыларында барлыҡ нурҙар ҙа тарала, шунлыҡтан болоттар беҙгә ап-аҡ булып күренә.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: