+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Март 2022, 13:20

"Көлдөрөүсе сәскә"

Ғәрәбстан ярымутрауында "көлдөрөүсе сәскә" үҫә. Ҡыңғырауҙы хәтерләткән наҙлы ғына был сәскәнең аҡ, һары, алһыу төҫтәре осрай. Һабағы рауза сәскәһе һымаҡ энәле. Эсендә ваҡ ҡына ҡара орлоҡтары бар. Был сәскәне иң "күңелле" үҫемлек тип йөрөтәләр. Әгәр кеше уның бер-ике бөртөк кенә орлоғон ашаһа ла, тыйыла алмайынса, туҡтауһыҙ көлөргә тотона икән.

"Көлдөрөүсе сәскә"
"Көлдөрөүсе сәскә"

Бындай хәл 30-50 минут дауам итә. Шунан кеше йоҡоға тала. Шуныһы ҡыҙыҡ: йоҡлап торғас, нимә булғанын бөтөнләй хәтерләмәйҙәр, ти. Урындағы халыҡ был сәскә орлоғон теш һыҙлағанда ла ҡуллана икән.

Фото: https://yandex.ru/images/search?fro

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: