+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
28 Март 2022, 11:50

Йылмайыу ордены кемдәргә бирелә?

Ә һеҙҙең Йылмайыу ордены хаҡында ишеткәнегеҙ бар инеме? Эйе, эйе, бындай орден, ысынлап та, бар. Уны Польшала уйлап сығарғандар, ә кемгә тапшырыласағын балалар үҙҙәре хәл итә.

Йылмайыу ордены кемдәргә бирелә?
Йылмайыу ордены кемдәргә бирелә?

Уның килеп сығыу тарихы ошолайыраҡ: дауаханала ятҡан поляк малайы үҙенең хәлен белергә килгән әҙибәнән: «Ни өсөн кешеләрҙе батырлығы, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн бүләкләйҙәр, ә әйләнә тирәһендәгеләрҙең күңелен күтәреүселәрҙе, бәхетле итеүселәрҙе бүләкләмәйҙәр?» - тип һорау бирә. Яҙыусы был ваҡиға менән «Польша курьеры» гәзите редакцияһында бүлешә. Журналистар етешһеҙлекте бөтөрөргә хәл итә һәм бындай кешеләр өсөн ордендың эскизына бәйге иғлан итә. Йыл һайын балалар был орденға лайыҡлы кеше хаҡында хаттар яҙа һәм иң күп тауыш йыйыусы яҙыусы, артист, уҡытыусы, рәссамдарҙы бүләкләйҙәр.

Тантана мәлендә бүләкләнеүсе лайыҡлығын иҫбат итер өсөн бер стакан лимон һутын йөҙөн сирмайынса эсеп бөтөргә тейеш. Был орденға СССР-ҙың халыҡ артисы, ҡурсаҡ театрын юғары сәнғәт кимәленә күтәргән Сергей Образцов та лайыҡ була. Замандаштары уның бөтә юғары исем һәм наградалары араһында тап Йылмайыу ордены менән айырыуса ғорурланыуын иҫләй.

Сығанаҡ «Башҡортостан календары»нан алынды.

ФОто: https://ds04.infourok.ru/uploads/ex/0c0d/0

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: