+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
12 Апрель 2022, 07:15

Аҡ ҡанлы балыҡтар ҙа була

Халыҡ телендә ҡан кеүек ҡып-ҡыҙыл тигән сағыштырыу йәшәп килә. Ә бына Антарктидала ап-аҡ ҡанлы балыҡтар бар.

Аҡ ҡанлы балыҡтар ҙа булаАҡ ҡанлы балыҡтар ҙа була
Аҡ ҡанлы балыҡтар ҙа була

Улар һыу кеүек үтә күренмәле. Баштары ҙур, ә яңаҡтарында оҙон тештәр урынлашҡан. 50-70 сантиметр оҙонлоғондағы был балыҡтарҙы Норвегия ғалимы Руду өйрәнгән. Тикшереүҙәрҙән шул асыҡланған: уларҙың ҡанында гемоглобин башҡа балыҡтарҙыҡына ҡарағанда 25 тапҡырға аҙыраҡ, ә йөрәге өс тапҡырға ҙурыраҡ. Был балыҡтар тиреһе аша тын ала. 

Аҡ ҡанлы балыҡтарҙың ите иҫ киткес тәмле һәм сифатлы. Ә иң ҡыҙығы шунда: уларҙың ҡаны бер ҡасан да туңмай.

Фото: https://udiwis.ru/wp-content/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас