-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
6 Май 2022, 11:10

Ҡурсаҡтарҙы кем нығыраҡ ярата?

Японияла ҡурсаҡтар иң ҡәҙерле, иң ғәзиз әйбер һанала. Унда ҡурсаҡтар уйнар өсөн генә түгел, ә ҡарап һоҡланыу, ләззәтләнеү өсөн яһала. Улар быуындан-быуынға күсә килә. Был илдә хатта Ҡурсаҡтар байрамы ла бар.

Икенсе төрлө Ҡыҙҙар байрамы тип тә йөрөтәләр. Һәм бына мең йылдан артыҡ уны 3 март көндө билдәләйҙәр.

Һәр япон өйөндә билдәле урында ҡыҙыл кәштә тора. Уны хинаган тип атайҙар. Өсөнсө март көндө йыл буйына йәшереп тотолған ҡурсаҡтарҙы теҙеп ултырталар. Япон ғаиләһе ни тиклем бай булһа, хинаганда ҡурсаҡтар һаны ла шул тиклем күберәк йыйыла. Ҡыҙҙарҙы был көндә матур итеп кейендерәләр һәм улар, өлкәндәр кеүек, ҡунаҡ ҡаршылай. Ә ҡунаҡтар ҡыҙыл кәштә өсөн ҡурсаҡтар алып килә.

Фото: wikimedia.org

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: