+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
23 Июль 2022, 12:10

Сәскәләр нур сәсәләр

Гладиолус сәскәһенә исемде Бороғо Рим яҙыусыһы Плиний Өлкән биргән.

Сәскәләр нур сәсәләр
Сәскәләр нур сәсәләр

Уны гладиаторҙар ҡоралына оҡшатып, шулай тип атаған. Боронғо Рим теленән тәржемә иткәндә "ҡылыс" тигәнде аңлата.

Германияла донъялағы иң ҡарт рауза үҫә. 1 мең йылдан ашыу Хильдесхайм соборы эргәһендә сәскә ата. Ҡыуағы хатта бина ҡыйығы менән тиңләшкән.

Голландия - тюлбпандар иле. Бындағы баҫыуҙарҙа уның меңләгән төрө күҙҙең яуын алып ултыра.

Ҡытайҙа пион милли сәскә һанала. Был илдә уның сихри көсө барлығына инанып, өйҙән насар көстәрҙе ҡыуа, тип ышаналар.

Көньяҡ Американың тау битләүҙәрендә 150 йылға бер тапҡыр атыусы сәскә бар. Шунан ул һәләк була.

Георгин сәскәһенең исеме диңгеҙ сәйәхәтсеһе Георгий хөрмәтенә ҡушылған. Уларҙы хөрмәт итеү хеҙмәт һәм дуҫлыҡты белдерә.

Хризантема - Японияла император сәскәһе. Ошоға бәйле Хризантема ордены һәм байрамы ла бар.

Иң шәп үҫеүсе ниндәй сәскә тиһегеҙме? Тюльпан. Бер тәүлек эсендә ике сантиметрға оҙоная.

Фото: fotoload.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: