-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
17 Декабрь 2022, 09:25

Ҡуянмы, бесәйме?

Ҡуян йылы килә. Астрологтар был йылды тыныс һәм гармониялы булыр, тип иҫәпләй.

Йыл хужаһы наҙлы, тоҡомо тураһында ҡайғыртыусы йәнлек бит. Йылдың төп ҡиммәттәре – йорт һәм ғаилә. Яңы йылды ғаиләң, туғандарың менән ҡаршы алырға, яҡындарыңа күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Ҡуян йылы һәр өлкәлә лә уңыш килтерер. Ә бына тауыш ҡуптарып, уйламайынса ҡарар ҡабул итеп, йыл хужаһын өркөтөргә, ҡурҡытырға ярамай.

Көнсығыш календаре буйынса Ҡуян йылы 22 ғинуарҙа башлана. Беҙ иһә 31 декабрь төнөндә үк ҡаршыларға өйрәнгәнбеҙ. Был йылды Бесәй йылы тип тә атайҙар. Сөнки ҡытайҙар һәм япондар алдағы йылды ҡуян менән бәйләһә, тай һәм вьетнамдар бесәйҙе яҡыныраҡ күрә икән.  

 Нимә генә тимә, йондоҙнамәгә ышанабыҙмы-юҡмы, барыбер йыл хужаһына ярарға тырышабыҙ, шулай бит? Хатта Яңы йылды ҡаршылағанда кейемебеҙ менән дә оҡшарға тырышабыҙ. Ысынлап та, сәғәт ун икене һуҡҡанда ниндәй күлдәктә булырға? Ҡара һыулы ҡуян йылы тип аталғас, ҡара йәки һыу төҫөн хәтерләткән күк, зәңгәр, фирүзә төҫтәрен һайлаһаң урынлы булыр, тиҙәр.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: