+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
1 Ғинуар 2023, 10:20

Ҡайҙа һәм нисек?

Яңы йыл – һәр кемдең яратҡан байрамы. Уны балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә түҙемһеҙләнеп көтә, күңел мөғжизә өмөт итә... Ә бына һәр илдә Яңы йылды төрлөсә ҡаршылауҙарын белә инегеҙме? Был инде халыҡтарҙың йолаларына ла бәйләнгән.

Ҡайҙа һәм нисек?
Ҡайҙа һәм нисек?

Мәҫәлән, Испанияла Яңы йыл төнөндә виноград ашау йолаһы бар. Сәғәт һуҡҡанда 12-не ашап өлгөрһәң, йыл яҡшы киләсәк, тигән ышаныу йәшәй икән.
Шотландияла был көндө һәр йорттоң ишеге асыҡ: теләгән кеше өйгә инә ала. Ҡунаҡ үҙе менән күмер алып килергә һәм уны хужаның мейесенә ташлап: «Был өйҙә йылы усаҡ бер ҡасан да һүнмәһен», — тип әйтергә тейеш.
Кенияла Яңы йылды һыуҙа байрам итәләр. Бөтөн халыҡ йылғаларҙа, күлдәрҙә, Һинд океанында оҙаҡ һыу инә, кәмәлә йөҙә, күңел аса.
Итальяндар уҙып барған йылдың һуңғы минуттарында барлыҡ эшен бөтөрөп ҡалыр­ға, береһе менән дә әрләшмәҫкә, асыуланышмаҫҡа тырыша һәм бурысҡа аҡса алмай. Ә кескәйҙәр түҙемһеҙлек менән тылсымсы ҡарсыҡ Бефананы көтә: ул өйгә мейес торбаһы аша инә, имеш. Шунан аяҡ кейеме эсенә бүләк һала.
Болгарияла сәғәт нәҡ 12-лә өйҙәрҙә бер нисә минутҡа ут һүндерелә. Был – Яңы йыл үбешеүҙәре ваҡыты. Байрам өҫтәлендә тантаналы рәүештә эсенә сувенирҙар һалып бешерелгән тортты киҫәләр. Кемгә аҡса эләгә – ул байыясаҡ, кемгә – рауза сәскәһе ботағы, тимәк, бәхетле буласаҡ.
Кубала Яңы йыл алдынан өйҙәге бөтә һауыт-һабаларҙы һыу менән тултыралар. Төн уртаһы еттеме, уны тәҙрә аша түгә башлайҙар. Шулай итеп, кешеләр бер-береһен байрам менән ҡотлай, һыу кеүек таҙа, аҡ һәм пак булыу теләген еткерә.
Скандинавияла Яңы йылдың тәүге секундында өҫтәл аҫтында сусҡа һымаҡ мырҡылдайҙар. Был ғаиләнән ауырыу­ҙарҙы, уңышһыҙлыҡтарҙы, ен-шайтандарҙы ҡыуа, тип ышаналар.
Японияла был байрамды балалар яңы кейемдә ҡаршы ала. Яңы йыл төнөндә уй-хыялдары төшөрөлгән һүрәтте мендәр аҫтына һалалар. Шулай итһәң, теләгең мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, тиҙәр. Йылдың башланған тәүге секундында ныҡ итеп көлһәң, йыл буйына бәхет урап үтмәйәсәк. Ә инде иртәнсәк улар ҡояш ҡалҡыуын ҡаршыларға сығып, бер-береһен ҡотлай, бүләктәр бирә.
Яңы йылдың төп геройы бул­ған Ҡыш бабайҙы башҡа илдәрҙә нисек атайҙар, тиһегеҙме? Көнбайыш Европа илдәрендә, АҠШ-та уны Санта Клаус тип йөрөтәләр. Эстондар – Йыулуванды, ҡытайҙар Шо-Хинды көтөп ала. Грек балаларын Изге Василий ҡотлаһа, Финляндияла Йоулупукки килә. Испанияла һәм Францияла Отец Ноэль бүләктәр тарата, ә Испанияла иһә Бефана исемле ҡарсыҡты көтөп алалар.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: