+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
7 Ғинуар 2023, 16:20

Ҡуян нимә вәғәҙә итә?

Нимә генә тимә, йондоҙнамәгә ышанабыҙмы-юҡмы, барыбер йыл хужаһына ярарға тырышабыҙ, шулай бит?

Ҡуян нимә вәғәҙә итә?
Ҡуян нимә вәғәҙә итә?

Ҡуян йылы кемгә нимә вәғәҙә итә икән: йондоҙнамәгә күҙ һалайыҡ. Был йыл ижади һөнәр эйәләренә уңышлы буласаҡ. Шулай уҡ дипломаттар өсөн һәйбәт йыл. Фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә яҡшы. Барыһы ла үҙебеҙҙән, тырышлыҡтан, матур ғәмәлдәрҙән тора, шуны онотмайыҡ.
Ҡуҙы. Һеҙ туранан-тура, ҡаршылыҡтарҙы ватып-емереп тиерлек алға барырға күнеккәнһегеҙ. Йыл уңышлы үтһен өсөн инициативаны үҙ ҡулығыҙға алығыҙ. Алдығыҙға ҙур пландар алырға ҡурҡмағыҙ һәм уларҙы үтәү өсөн бар тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Һеҙҙе бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыш көтә.
Буға. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға бөтәһе лә еңел бирелә. Ныҡышмал һәм эшһөйәр булыуығыҙ уңышҡа ирешергә ярҙам итәсәк. Күңелһеҙ ваҡиғалар осраһа ла, тормошоғоҙҙа булған матур мәлдәр уларҙы еңеләйтеп ебәрәсәк.
Игеҙәктәр. Һеҙ килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтарға ҡаршы тора-тора, уңышлы барып сығыуы икеле булған эштәргә лә тотонаһығыҙ. Үҙегеҙгә яңы дуҫтар, яңы шөғөлдәр табырһығыҙ. Төрлө ваҡиғалар булыр, борсолмағыҙ, барыһы ла килеп сығыр.
Ҡыҫала. Алдығыҙға ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырырға үҙегеҙ ныҡ ҡына тырышмаһағыҙ, етди үҙгәрештәр булыр, тип көтмәгеҙ. Һеҙҙең алда – күп эштәр. Хеҙмәт һөйөүсән икәнһегеҙ, уңыш – һеҙҙең ҡулда.
Арыҫлан. Ҡуян был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға һәйбәт мөнәсәбәттә. Шулай ҙа ялҡауланып китергә, ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ҡуйырға кәңәш ителмәй. Шул саҡта алдығыҙҙа торған эштәрҙе үтәп сығырһығыҙ. Алда яңы танышыуҙар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтә. Улар тормошоғоҙҙо биҙәйәсәк.
Ҡыҙ. Ул тиклем үҙгәрештәр булмаясаҡ. Быйыл иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күберәк ял, каникул көндәренә тура киләсәк. Мауыҡтырғыс сәйәхәткә сығырға планлаштырығыҙ. Артабанғы үҫешегеҙ өсөн нигеҙ һалығыҙ, яңы кешеләр менән танышығыҙ, киләсәккә бизнес-план тураһында уйлағыҙ.
Үлсәү. Һеҙгә яҡындарығыҙ менән бығаса булған мөнәсәбәтегеҙ тураһында ҡайтанан уйларға, тормошоғоҙҙа ҡуйған маҡсаттарҙы яңынан ҡарарға кәрәк. Ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа ла, дөйөм алғанда, йыл ижади яҡтан уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итер.
Уҡсы. Һеҙгә тормошто өр-яңы биттән башлау мөмкинлеге биреләсәк. Иң мөһиме – ныҡ тырышырға, шул саҡта бөтә матур пландарығыҙҙы тормошҡа ашыра аласаҡһығыҙ.
Саян. Ҡуян йылы уңыш вәғәҙә итә. Йыл буйы төрлө ваҡиғалар солғанышында йәшәрһегеҙ. Әммә һуңынан тыныслыҡ килер. Матди яҡтан уңыш йылмайыуы ихтимал. Үҙгәрештәрҙе ҡурҡмай ҡабул итегеҙ.
Кәзәмөгөҙ. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға яҡындарына, туғандарына күп иғтибар бүлергә кәрәк булыр. Үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҡлап өйрәнегеҙ. Эштә, уҡыуҙа көсөргәнешлек килеп сыҡһа, ҡыҙыҡлы сәйәхәткә сығып йәки өйөгөҙҙө матурлау менән шөғөлләнеп, ул турала оноторға тырышығыҙ.
Һыуғояр. Ныҡышмал булыуығыҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итер. Яҡын кешеләрегеҙ менән һәйбәт мөнәсәбәтте һаҡлағыҙ, яңылары менән танышығыҙ. Йыл һәйбәт кенә үтәсәк, әммә аҡса яғынан ҡытлыҡ булыуы бар.
Балыҡ. Ҙур үҙгәрештәр көтмәгеҙ, әммә уҡыуҙа, эшегеҙҙә ниндәйҙер уңыштар булыр. Йыл ҡаршылыҡтарһыҙ ғына үтер. Һеҙҙең ҡатнашлыҡ талап ителгән ваҡ-төйәк ваҡиғалар булыр, барыһы ла ыңғай хәл ителер. Киләсәккә оҙайлы пландар төҙөргә ваҡыт.

Фото:yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: