-3 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
22 Февраль , 10:21

Бәләкәй финансист

Ибраһим исемле бәләкәскә күҙ тейҙереп ҡуймағыҙ. Бигерәк һөйкөмлө шул үҙе.

 

Ибраһим менән атаһы һөйләшә.

Ибраһим:

– Ҡара, ниндәй мин бай!

Атаһы:

– Ҡайҙан алдың ул аҡсаны?

– Уны... бер ҡунаҡҡа барғайныҡ, шунда ҡунаҡта...

– Ниндәй ҡулъяулыҡтар ул? Аятҡа барҙығыҙмы?

– Эйе, аятҡа барҙыҡ.

– Ә-ә, барыһы ла аңлашылды. Аятта нимә булды? Нимә эшләнеләр?

– Алла булды.

– Нимә булды?

– Алла.

– Алла?! Бәлки, мулла булғандыр?

– Мулла инде, мулла.

– Шунан нимә эшләне инде ул Алла-мулла? Нимә эшләне, улым?

– Уҡыны.

– Нимә уҡыны?

– Ну, нимә белә...

– Нимә белә, шуны уҡынымы?

– Ә, бәлки, аҡсаны һанарбыҙ?

– Һанарбыҙ, һанарбыҙ...

 

Видео: www.whatsapp.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас в