Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
23 Март 2023, 12:08

Табыныу бейеүе

Paw Waw стилендәге был индеецтар бейеүе Мәскәүҙә ВДНХ-ла төшөрөлгән. Эквадор (Көньяҡ Америка) этник төркөмөнөң музыканттары халыҡ көйҙәрен уйнаған саҡта тамашасылар араһынан берәү бейергә төшә.

Кем ул, тиһегеҙме? Рой исемле егет икән. Перуҙан. Уға индеецтарҙың тап ошолай бейеүен башҡарыу оҡшай икән.

Америкала йәшәүсе был халыҡтың сығыштарын Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында күрергә мөмкин. Бер мәл Өфөнөң «Үҙәк» сауҙа комплексы алдында ла индеецтар милли музыка ҡоралдарында сихри көйҙәре менән урамда үтеп барыусыларҙы арбай ине.

Күңелгә ятышлы моңдо ҡабат-ҡабат тыңларға мөмкин. Шуға ла донъяла һәр халыҡтың мәҙәниәте үҫешһен, юғалмаһын.

  

Фото: photochronograph.ru

Видео: https://www.youtube.com/watch?v=1IWbgWd4BvA

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: