Ҡасим Дәүләткилдиевтың был картинаһындағы ҡыҙҙың кем икәне оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. Был мәғлүмәт күп йылдар үткәс кенә асыҡлана. Баҡтиһәң, унда Белорет районының Уҫманғале ауылы ҡыҙы Мәрйәм Йомағолова төшөрөлгән икән.
Ул, 12 йәшлек ҡыҙ сағында, урамда эштәрен бөтөрөп, өйөнә инеү менән, ишек төбөндә ике ят ағайҙы күреп ҡала. Улар саф башҡортса һөйләшәләр. Берәүһе Мәрйәмдән матур күлдәген кейеүен һорай һәм үҙен һүрәткә төшөрәсәген әйтеп бирә. Ҡыҙ ризалаша. Бына шулай яҙыла әлеге билдәле картина. Әйткәндәй, ауылда данлыҡлы рәссамдың булып киткәнен белмәй ҙә ҡалалар.
– Ниндәйҙер кешеләр килеп, мине һүрәткә төшөрөп алып киткәйне, – тип гел генә һөйләгән булған Мәрйәм инәй. Ләкин ул ваҡытта бер кем дә был хәбәргә артыҡ иғтибар итмәгән.
Фоторепродукцияға килгәндә, унда Белорет районы Шығай ауылынан 10 йәшлек Әбҡәдирова Наҙлыгөл һүрәтләнгән. Оҡшағанмы?
Фото һәм сығанаҡ: vk.com